Russian
English
Arabic
Chinese (Simplified)
Chinese (Traditional)
French
German
Italian
Japanese
Kazakh
Portuguese
Spanish
Turkish
Республика Башкортостан, 450078, г.Уфа, ул.Кирова, д.54
  1. Пресс-центр
  2. Новости
  3. Для преподавателей
  4. Ер ҡәҙере игендә, шағир ҡәҙере - халыҡ телендә.

Ер ҡәҙере игендә, шағир ҡәҙере - халыҡ телендә.

WhatsApp Image 2023-10-20 at 18.20.37 (1).jpeg
WhatsApp Image 2023-10-20 at 18.20.37.jpeg
WhatsApp Image 2023-10-20 at 18.20.38 (1).jpeg
WhatsApp Image 2023-10-20 at 18.20.38.jpeg
20 октября 2023 Просмотров: 848
20  октябрҙә Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының 2208 һәм 2309 төркөмө студенттары тарих уҡытыусыһы Ҡотошова Вәлиә Нәжип ҡыҙы менән берлектә  Башкортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург Мостафа Сафа улы Кәримовтың тыуыуына  104 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән күркәм сарала йылдағыса әүҙем ҡатнашты.
Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә  сәләмләү һүҙе менән «Мостай Кәрим» фондының директоры Әлфиә Мостафа ҡыҙы Кәримова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Рәфил улы Мәүлиев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ҡәҙим Аралбаев сығыш яһаны.      Бөйөк әҙиптең  ҡәләмдәштәре, ғалимдар, яҙыусылар, уҡыусылар һәм студенттар Мостай Кәрим ижадының  быуындар тоташтырыусы рухи аманат,  халыҡтар дуҫлығын нығытыусы оло хазина икәненә тағы ла бер тапҡыр инанды. Тантаналы сара барышында яңғырығын  шиғырҙар йөрәктәрҙе хисләндерҙе,  яҙыусының йырҙарға һалынған ижад емештәре күңел ҡылдарын тирбәтте.
Башҡорт халҡының аҫыл улы Мостай Кәримдең һәйкәленең Киров урамында урынлашыуы осраҡлы түгел: беренсенән,ул барыбыҙҙы ла ғилем донъяһына әйҙәүсе маяҡ булып тора;  икенсенән, ошо урамдағы барлыҡ белем усаҡтарының, шул иҫәптән Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының мәртәбәһен арттыра. Мостай Кәримдең ижады һәм тормош юлы беҙҙең студенттарҙы артабан да яңы үрҙәргә әйҙәүсе көс булыр тип ышанабыҙ.

Ҡотошова В.Н. – тарих уҡытыусыһы.
Информация о создании страницы: 23.10.2023 08:34:02
Информация об изменении страницы: 23.10.2023 08:34:02,